Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һалымдар
29 Апрель 2021, 22:45

Һалымыңды түләмәһәң, машинаңдан ҡолаҡ ҡаҡ

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 4-се район ара-инспекцияһы суд приставтары хеҙмәте менән берлектә һалым бурыстарын ҡайтартыу буйынса рейдтар үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр инспекциянан.

Һөҙөмтәлә бурыслыларҙың автомобилдәренә арест һалынып, уларҙы махсус туҡталҡыларға алып китә башлағас, 3 автомобилдең хужаһы бурыстарын һә тигәнсе түләй һалған. Өсәүһенә йәмғеһе 250 мең һумдан ашыу бурысы булған уларҙың.
Бындай рейдтар транспорт сараларына арест һалыуҙың бик йоғонтоло, һөҙөмтәле ғәмәл булыуын күрһәтә. Ысынлап та, 70-80 мең һум бурыс араҡаһында кемдең бер нисә йөҙ мең, хатта миллион һумлыҡ машинаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килһен.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер суд приставтары мөлкәткә арест һалырға ғына түгел, уны теркәү ғәмәлдәрен сикләргә лә, бурысты банктағы счеттарҙан, эш хаҡынан, пенсиянан һәм башҡа түләүҙәрһән тотоп ҡалырға ла, бурыслының Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыуын ваҡытлыса сикләргә лә хоҡуҡлы.
Ҡыҫҡаһы, көтмәгәндә өйөгөҙгә суд приставтары менән һалым органдары хеҙмәткәрҙәре килеп инмәһен тиһәгеҙ, һалымдарҙы ваҡытында һәм тулыһынса түләп барығыҙ. Ә бурысың булыу-булмауын хәҙер Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм суд приставтарының үтәтеү эштәре тураһындағы мәғлүмәттәр банкында белешергә була.
Подобные рейды проводятся на постоянной основе.
Ф.Мортаев.
Читайте нас: