Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙәрҙе ҡыя инсульты ла, кеше ғәмһеҙлеге лә...

Ғинуар урталарында үҙәк телевидениеның яңылыҡтар хеҙмәтендә күрһәтелгән бер сюжет тәрән уйҙарға һалып, оҙаҡ ҡына күҙ алдынан китмәне. Пермь ҡалаһында Яңы йыл байрамы осоронда була был хәл. Ҡалар-ара маршруты менән йөрөгән пассажир автобусында инсуль т һуҡҡан йәш ҡатынды бер нисә сәғәт дауамында бер һуңғы туҡталыштан икенсеһенә тиклем алып йөрөйҙәр. Ахыр сиктә, бер нимә лә әйтә алмаған, хатта өҙлөкһөҙ шылтыраған кеҫә телефонына ла яуап бирә алмаған ҡатынды депо янында төшөрөп ҡалдыралар. Баҡһаң, автобустың водителе һәм кондукторы, хатта бүтән пассажирҙар ҙа был меҫкен ханымды иҫерек тип уйлағандар икән. Ә “Ашығыс ярҙам” килеп еткәндә һуң була инде – ҡапыл ғына инсультҡа дусар булған 33 йәшлек ҡатын дауаханала йән бирә. Бер яҡтан, әле тулы ҡанлы торомош менән яңы йәшәп башлаған йәш ҡатын бигерәк йәл булһа, икенсенән, кешеләрҙең ғәмһеҙлеге, бер-береһенә ҡарата иғтибарһыҙ, мәрхәмәтһеҙ булыуы бәғерҙе телә. Әлбиттә, был осраҡта беҙҙең төрлө ауырыуҙарҙы танып-белеп, бәләгә тарыған кешегә тиҙ ярҙам күрһәтә белмәүебеҙ ҙә ошондай аяныслы эҙемтәләргә килтерәлер ҙә.

Инсульт ваҡытында ҡан төйөрө - тромб - йәки шартлаған тамыр ҡаны мейеләге ҡан әйләнешен боҙа. Кислород һәм глюкозаның етешмәүе мейе күҙәнәктәренең үлеүенә һәм хәрәкәт, телмәр, хәтер функцияларының боҙолоуына килтерә. Мейенең бәләкәй өлөшөнөң зыян күреүенән, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙа хәлһеҙлек тойорға мөмкин. Был өлөш ҙур булған һайын янаған ҡурҡыныс та хәүефлерәк. Инсульт кисергәндәрҙең йыш ҡына күп функцияларын тергеҙеп булмай.

Әлбиттә, инсульттың сәбәптәрен, кеше ғүмере өсөн ҙур хәүеф менән янаған ауырыуҙы дауалау ысулдарын бары тик квалификациялы табип ҡына аңлата ала. Шулай ҙа, ябай ғына тест ярҙамында тиҙ арала инсультты билдәләп, бәләгә тарыған кешене ҡотҡарып була.

Инсультты билдәләү
Инсультты билдәләү өсөн тест формаһында киләһе күнекмәләр үткәреү зарур. Беренсенән, зыян күреүсенән йылмайыуын һорарға кәрәк. Икенсенән, ябай ғына һөйләм әйттереп ҡарау, мәҫәлән: «Февраль – бурандар айы.». Өсөнсөнән, ике ҡулын бер юлы күтәреүен һорағыҙ. Әгәр һаналып киткән эштәрҙе башҡарыу уға ауырға төшһә, кисекмәҫтән, «тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртырға кәрәк. Тағы ла телен сығарып күрһәтеүе буйынса һығымта яһарға була. Тел бер яҡҡа ҡыйшайған икән һәм дөрөҫ формала булмаһа, был да инсульттың билдәһе. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыуҙың симптомдарын әйтергә онотмағыҙ! Инсульттың башы айырым билдәләргә эйә түгел. Әммә бер нисә минут үткәс, кәрәкле матдәләр менән тәьмин ителеүҙән туҡтаған мейе күҙәнәктәре үлә башлай. Шуға ошондай тесты үткәреү кәрәк тә инде. Инсульт кисергән кешенең башы әйләнә, хәрәкәт координацияһы юғала, теле көрмәләнә, тән өлөштәре ойой, кәүҙәһенең бер яғын фалиж һуғыуы ла ихтимал. Күҙ алдары ҡараңғыланыу, бер предметтың икәү булып йәки тоноҡ күренеүе лә инсультты характерлай.



Иң әһәмиәтлеһе - иҫкәртеү
Кемдер бәләгә тарығанда сирҙең билдәләрен белеп, кәрәкле тәүге ярҙам күрһәтә алыу мөһим, әлбиттә. Шулай ҙа уны алдан иҫкәртеү һәр кем өсөн хәйерлерәк.

Табиптар билдәләүенсә, инсультҡа илтеүсе ике төп фактор бар. Төҙәтеп булмаған факторҙарға кешенең йәше һәм нәҫеле ҡарай. 40-ты аша атланың икән, һаулығыңа иғтибар итмәгән осраҡта, бындай сиргә дусар булыуың бар. Нәҫелдә ауырыу осраҡтары теркәлһә, бигерәк тә. Ә инде төҙәтеп булған факторҙарға йәшәү рәүеше һәм башҡалар инә. Әгәр ҙә һәр кем сәләмәт тормош алып барһа, алкоголле эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланмаһа, тәмәке тартмаһа, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланыусылар ҙа әҙерәк булыр ине.

Ә бына кеше ғәмһеҙлеген дауалалау өсөн дарыу уйлап табылмаған әле, ундайы тәбиғәттә булмайҙыр ҙа. Мәрхәмәтлелек, ярҙамсыллыҡ кеүек матур сифаттарҙа бары тик тәрбиәләп кенә булалыр ул...

Читайте нас: