Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илебеҙҙә һәр өсөнсө үлемгә инсульт сәбәпсе. Уны үткәргән кешеләрҙең ни бары 8 проценты ғына элекке тормошона әйләнеп ҡайта, 20 проценты – үҙ аллы хәрәкәт итә алыуҙан мәхрүм, ә 30 проценты айырым тәрбиәгә мохтаж. Йыл һайын Рәсәйҙә был мәкерле сир 200 мең самаһы кешенең ғүмерен ҡыя, тағы ла шул самаһы – инвалидлыҡҡа дусар. Замана сирен алдан иҫкәртеү һәм ауыр сирҙе үҙ ваҡытында асыҡлау маҡсатында район үҙәк дауаханаһында яңыраҡ “Бергәләп инсультҡа ҡаршы” тип аталған акция уҙҙы.
Был мөһим сараға килеүселәр поликлиникала теркәлеү үтеп, дауахананың йыйылыштар залына саҡырылды. Әйтергә кәрәк, акцияла төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, оло быуын вәкилдәре, йәштәр һәм балалар ҙа теләп ҡатнашты.
Акцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, район дауаханаһы баш табибының дауалау буйынса урынбаҫары Л.Р. Баһауетдинова был сараның Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан уҙыуын билдәләне.
Артабан ойоштороу-методика кабинеты табибы Л.Ә. Дәүләтсурина Йылайыр районында инсультҡа ҡағылышлы хәл-торош менән таныштырҙы.
– Беҙҙең районда мейе ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы диагнозы менән 67 кеше диспансер иҫәптә тора. Шуларҙың дүртәүһе быйыл иҫәпкә ҡуйылды. Сағыштырыу өсөн,был һандар 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өс тапҡырға әҙерәк. Быйыл иҫәпкә ҡуйылыусы эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙең 22 проценты – ир-ат, 13 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Оло йәштәге инсульт кисереүселәр араһында, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙар һаны күберәк.
Шуныһы хәүефләндерә, инсульт йылдан йыл йәшәрә бара. Мәҫәлән, быйыл ауырыу кисергән 10 кеше 40-50 йәш арауығында, шуларҙың алтауһы – ир-егет, дүртәүһе – ҡатын-ҡыҙ. 50-60 йәштәгеләр араһында 10 ир-атҡа һәм 8 ҡатын-ҡыҙға инсульт диагнозы ҡуйылған. 60-70 йәш арауығындағылар араһында был ҡурҡыныс сиргә дусар булыусылар айырыуса күп: 25 кешенең ун дүрте – көслө зат вәкилдәре. 70-80 йәш арауығындағы 14 кеше лә быйыл инсульт кисергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 ауырыуҙың ғүмерен табиптар һаҡлап ҡала алманы. Шулай ҙа, дөйөм республика кимәленән беҙҙәге күрһәткестәр бер аҙға түбәнерәк, – тине Луиза Әхмәтзыя ҡыҙы.
Акцияның дауамында район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы Елена Константиновна Ишйәрова слайдттар ярҙамында инсульт тураһында бик фәһемле мәғлүмәт бирҙе.