Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Һыу янында ял иткәндә һаҡ булығыҙ!

Республикала көндәр эҫеүе сәбәпле, күптәр һыу буйында көн үткәреүҙе хуп күрә. Шуның менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтар артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа батып үлгәндәр араһында балалар ҙа бар. Ошо ыңғайҙан, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән һыуҙа саҡта күрелгән хәүефһеҙлек саралары хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.


– Һыуҙа булған бәхетһеҙ осраҡтарҙың үҙенсәлектәре?

– Төп өс осраҡта ентекләберәк туҡталам:

беренсенән, һыуҙа батып үлеүҙәр осрағының иң күбе июль айына тура килә. Был йәйҙең эҫе көндәре башланыуы һәм отпуск, йәйге каникулдарҙың был осорға тура килеүе менән бәйлелер. Һыуҙа батыуҙың тап яртыһы бер ай эсендә – июлдә була. Мәҫәлән, июлдең беренсе көнөндә генә быйыл 6 кеше батып үлде;

икенсенән, йәйгеһен һыу объекттары өҫтөнә транспорт ҡолау осраҡтары ла йышая. Иҫләйһегеҙҙер, үткән йылда Хәйбулла районында өс кешенән торған ғаилә Таналыҡ йылғаһына еңел машинала ҡолап, батып үлде;

өсөнсөнән, балыҡ тотоусыларҙың һыуға батып үлеү осрағы йышайыуы. Йыл башынан алып 4 балыҡсы батты. Улар араһында – Краснокама районынан ун йәшлек малай ҙа бар.

Ял планлаштырған ваҡытта һыу янында көтөп торған ҡурҡыныстар хаҡында ла оноторға ярамай.

– Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәптәре нимәлә?

– Һыуҙа булған фажиғәнең төп сәбәбе, мин әйтер инем, махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, үҙеңдең физик мөмкинселегеңде артыҡ баһалау, һыуҙа хәүефһеҙлек сараларын һанламау, өлкәндәрҙең балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырыуы.

Быйылғы тағы бер фажиғәле хәлде миҫал итеп килтерәм, Өфөләге Йылы күле янында 9 йәшлек малайҙың ҡарауһыҙ ҡалдырылыуы үлем менән тамамлана. Йәки икенсе бер миҫал: үткән йылда Ауырғазы районында 8 һәм 9 йәшлек ике әхирәт ҡыҙ батып үлде. Балалар өлкәндәрһеҙ генә Өршәк йылғаһына һыу инергә бара, хәл фажиғә менән тамамлана.

– Һыу инеү миҙгелендә фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү эштәре нисек ойошторолған?

– Республиканың һыу объекттарында 75 махсус һыу инеү урындары йыһазландырылған, унда ҡотҡарыусылар дежурҙа тора. Миҫал итеп әйткәндә, Өфөлә был урындарҙа бөгөнгө көнгә 20 кешенең ғүмере ҡотҡарып алып ҡалынған.

Ҡотҡарыусылар көн һайын республиканың һыу объекттары буйлап профилактик рейдтарға сыға. Уның барышында “ҡырағай” пляждар асыҡланһа, унда ваҡытлыса ҡотҡарыусылар посы ҡуйыла. Профессиональ ҡотҡарыусылар менән бер рәттән, һыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн йәмәғәт ҡотҡарыусылары ла эшкә йәлеп ителгән, шул иҫәптән, Бөтә Рәсәй һыуҙарҙа ҡотҡарыу йәмғиәте лә эшләй.

Һыу янында ял итеүселәргә ҡотҡарыусылар тарафынан һыу ингән ваҡытта хәүефһеҙлек саралары хаҡында аңлатыу эштәре алып барыла, манекендар ярҙамында, һыуға батҡан кешене ҡотҡарыу саралары, күнекмәләре күрһәтелә.

Профилактик эштәрҙе йыл һайын арттырабыҙ, киңерәк йәйелдерәбеҙ. Шуның менән һыуҙа батыу осраҡтарын кәметәбеҙ. Мәҫәлән, 2012 йылда 122 кеше батып үлһә, 2017 йылға 93-кә кәмеүен күҙәтә алабыҙ.

– Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы тарафынан иң ҡурҡыныс һыу инеү урындарын учетҡа алыу эштәре алып барыламы?

– һыу инеү миҙгелендә Ағиҙел, Дим һәм Эйек йылғаларында күберәк батып үләләр. Быйыл ғына Ағиҙел йылғаһында алты кешенең үлеүе теркәлде. Ә республиканың бөтә йылғаларына 55 процент фажиғә тап килә. Шуларҙың яртыһынан күбе күлдәр, быуалар һәм карьерҙар менән бәйле.

Әйтергә кәрәк, батып үлгәндәрҙең 85 проценты – ир-егеттәр. Яҡынса шул уҡ нисбәт үткән йылда ла күҙәтелде: 80 ир-егет, 5 ҡатын-ҡыҙ һәм 8 бала батып үлде.

– һәм, иң мөһиме, фажиғәне урап үтеү өсөн үҙеңде һыуҙа нисек тоторға?

– Йылға, күлдәр, быуа янындағы ялығыҙҙы хәүефһеҙ итеү өсөн таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән ерҙә һыу инеүҙән тыйылығыҙ, иҫерек килеш һыуға инмәгеҙ, бер үҙегеҙ һыу төшөүҙән дә тыйылып тороғоҙ, һыу аҫтын белмәй тороп, һыуға суммағыҙ, ярҙан алыҫ йөҙмәгеҙ һәм, иң мөһиме, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.


Баҫмаға

Гөлгөнә ТАҺИРОВА әҙерләне.
Читайте нас: