Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
1 Февраль 2019, 16:51

Араҡы яратҡан – аҡылын таратҡан. Ә суррогат араҡы һатҡан?..

“Беренсе тәүлек һөҙөмтәһе: 58 тикшереү барышында 13 йәшерен һатыу нөктәһе... Һәм был эштең башы ғына. Яҡын арала беҙ Әбйәлил районында спиртлы эсемлектәр һатҡан әҙәм аҡтыҡтарын ҡаты иҫкәртәсәкбеҙ. Бындай “эшҡыуарҙар” беҙҙең халыҡтың геноциды менән шөғөлләнә бит. Ундай эсемлекте ҡулланыуҙың һөҙөмтәһе бөтәһенә лә яҡшы таныш. Был – унар меңләгән фажиғә һәм йыл әйләнәһенә һынған яҙмыштар. Быға юл ҡуймауҙың законлы юлдары бар, һәм беҙ уны эшләйәсәкбеҙ, һәр райондың һәр бәләкәй ауылына тиклем барып етәсәкбеҙ. Аҙаҡ йәлләү талап иткәндәргә алдан уҡ әйтәм: бының файҙаһы булмаясаҡ. Үлем менән сауҙа итеүҙе хәҙер үк туҡтатығыҙ. Әгәр һеҙҙең туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙ бының менән шөғөлләнә икән – зинһар өсөн ошоларҙы уларға еткерегеҙ. Оялмайынса күҙҙәренә ҡарап үҙ күршеләрен үлтереүселәргә беҙҙең республикала урын юҡ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Был республика етәксеһенең ялған алкоголь һатыусыларға ҡаршы асҡан көрәше тураһындағы белдереүе. Шулай уҡ Радий Хәбиров тәүге профилактик рейд һөҙөмтәләре менән дә уртаҡлашты. Радио, телевидение һәм бүтән мәғлүмәт сараларынан ишеткәнһегеҙҙер инде, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, тикшереү эштәре Әбйәлил районы ауылдарында үтте. Сара барышында 13 законһыҙ һатыу нөктәһенән 90,5 литр алкоголь һәм спиртлы тауар тартып алынған. Законһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәргә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған.
Был йәһәттән беҙҙең районда ла эскелектең таралыуына ҡаршы маҡсатлы эш алып барыла. Яңыраҡ, мәҫәлән, Ҡашҡар ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында граждандар сходы үтте. Ҡашҡарҙар, ғәҙәттәгесә, был йыйылышта ла бик әүҙем ҡатнашты. Көн тәртибендә әлеге ваҡытта һәр бер кеше өсөн бик мөһим булған актуаль һорауҙар ҡаралды. Сүп-сар реформаһы, һанлы телевидениеға күсеү буйынса ентекле аңлатыуҙар бирелде, замана афәте ¬эскелеккә, көмөшкә һатыусыларға ҡаршы көрәште әүҙемләштереү буйынса ҡыҙыу фекер алышыу булды. Йыйылыусылар әйтеүенсә, был мөһим эште уңышлы атҡарыу өсөн йәмәғәт ойошмаларына, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, хакимиәт вәкилдәренә һәм урындарҙа йәшәүсе халыҡҡа көстәрҙе бергә тупларға кәрәк. Шулай ҙа, эскелеккә ҡаршы иң шәп ысул – эсмәү икәнен онотмаһаҡсы....
Ошондай уҡ форматтағы йыйылыштар Һабыр, Кананикольск ауыл биләмәләрендә үтте, раҫланған график буйынса башҡа биләмәләрҙә лә ойоштороласаҡ.
З. Салауатова.
P.S. «Араҡы яратҡан – аҡылын таратҡан», – ти боронғолар. Эйе, беҙҙең халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең береһе лә эскелек менән бәйле булмаған. Бәйгеләр, һабантуйҙар ваҡытында ла рухи яҡтан бай халҡыбыҙ хәмер эсмәйенсә генә күңел асҡан. Ата-бабаларыбыҙ миҫалында, тәмәке тартыу, араҡы, һыра һәм башҡа спиртлы эсемлектәр эсеү кеүек насар ғәҙәттәрҙән алыҫыраҡ торайыҡсы. Эскелек ҙур-ҙур аҙымдар менән таралһа ла, бөгөн, ҡыуанысҡа күрә, йәштәр спорт менән шөғөлләнә, белемгә ынтыла, дингә, иманға тартыла. Алкоголизмға илтеүсе сәбәптәрҙән көслө булып, күберәк хәрәкәт итеп, изге эштәр ҡылып, яҡын кешеләребеҙ менән тормоштоң ғәҙәти ҡыуаныстарын кисереп йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: