Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
25 Февраль 2019, 18:50

Ауылда медик булыу – ауыр эш

Яманһаҙ ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән фельдшер һәм шәфҡәт туташы ҡарамағында бөгөн 585 кеше, шул иҫәптән 117 бала бар.

Яманһаҙ ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән фельдшер һәм шәфҡәт туташы ҡарамағында бөгөн 585 кеше, шул иҫәптән 117 бала бар.
Ә ауыл фельдшерының эшен еңел тип әйтеп булмай. Өйгә саҡыртыуҙар, укол ҡаҙау, бәхетһеҙ осраҡта тиҙ ярҙам күрһәтеү, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, халыҡ араһында иҫкәртеү эштәре алып барыу – былар уларҙың көндәлек эштәренең бер өлөшө генә.
Ошоларҙы иҫәпкә алһаң, Яманһаҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында күптән түгел генә эшләй башлаған йәш белгестәрҙең үҙ иңдәренә ниндәй йөк, ниндәй яуаплылыҡ алыуҙарын аңлауы ҡыйын түгел.
ФАП мөдире итеп тәғәйенләнгән Әлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Камалова Сибай медицина колледжын тамамлаған. Сығышы менән Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан. 11 класты тамамлағас, ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, медик һөнәрен һайлаған.
Ауыл медигы бер көн дә эшһеҙ ултырмай. Әле киҙеү һәм киҫкен вируслы инфекция көсәйгән мәлдә Әлфиә Шәфҡәт ҡыҙының ярҙамына мохтаждар араһында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа күп.
Яманһаҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында Әлфиә Камалова менән бер үк ваҡыттараҡ эш башлаған тағы бер йәш белгес – шәфҡәт туташы Ольга Олеговна Кудряшова Ырымбур өлкәһенән килгән. 2006 йылда Орск медицина колледжын тамамлап, шунда уҡ наркологик диспансерҙа эш башлаған. Бөгөн ул – беренсе категориялы белгес.
Әйткәндәй, Ольганы медиктар династияһын дауам итеүсе тип әйткәндә лә була: олатаһы – хирург, инәһе – терапевт. Бала саҡтан табип булыу, аҡ халат кейеү хыялы менән буй еткерә ул. Мәктәпте тамамлағас, Ольга ла, уның игеҙәк һеңлеһе лә медицина колледжына уҡырға керәләр. Бөгөн Ольга Олеговнаның 13 йыл эш стажы бар. Яманһаҙға яҙмыш ҡушыуы буйынса килеп эләккән: Ольга – Яманһаҙ килене.
Ауыл фельдшеры – терапевт та, педиатр ҙа, акушер ҙа, кәрәк саҡта психолог һәм психиатр ҙа булырға тейеш икәнен яҡшы аңлай Яманһаҙ медицина хеҙмәткәрҙәре. Пациенттарына миһырбанлы булған йәш белгестәргә пациенттар ҙа ышанып, ылығып бара. Ҡайһы саҡта Әлфиә менән Ольганың йылы һүҙҙәрен ишетеп сығыу ҙа улар өсөн үҙе үк дауа.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: