Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡайҙа үлем һатҡандарын хәбәр ит”

Республикала наркотиктарға ҡаршы “ Ҡайҙа үлем һатҡан-дарын хәбәр ит” тип исемләгән бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. 11 марттан республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының “ҡыҙыу линиялары” эшләй башланы. Наркотиктар һатылған, һаҡланған урындар, притондар тураһында белгән һәр кем тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында был турала конфиденциаль рәүештә хәбәр итә ала.

Һәр шылтыратыу, һәр хәбәр мөһим – был “Ҡайҙа үлем һатҡандарын хәбәр ит” акцияһының төп асылы. Сөнки мәғлүмәт – наркотиктарҙың таралыуына һәм ҡулланылыуына ҡаршы көрәштә иң нәтижәле ысул. Шуға ла һеҙҙең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәренә әйтер мәғлүмәтегеҙ бар икән, шылтыратыуығыҙҙы теләһә ҡайһы полиция бүлегендә ҡабул итерҙәр. Йылайыр районы буйынса эске эштәр бүлексәһендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефондар: 8 (34752) 2-22-02; 2-15-37; 8-927-358-48-76. Бынан тыш, Башҡортостан Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй. Бына ул: (8-347) 279-32-92.
Һәр кем ошо номерҙарға шылтыратып, наркотиктар таратыу, ҡулланыу осраҡтары, ҡайҙалыр наркопритондар тотоуҙары хаҡында хәбәр итә һәм наркоманияны иҫкәртеү буйынса белгестәргә һорау бирә ала.
Һәр килгән мәғлүмәт мотлаҡ тикшереләсәк, бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.
Сараны ойоштороусылар граждандарҙың әүҙем социаль позицияһына иҫәп тота. Яңғыҙ яу ҡайтармай, тигәндәй, наркомания менән фәҡәт күмәкләп кенә көрәшергә кәрәк, ти полиция хеҙмәткәрҙәре.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр
министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһе.
Читайте нас: