Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ һаҡлауға иғтибар артасаҡ

Быйыл Башҡортостан милли проект¬тарға 34,2 миллиард һум, ә алты йыл эсендә йәмғеһе 170,6 миллиард һум аласаҡ. Был аҡса һаулыҡ һаҡлауға, аныҡлап әйткәндә, өр-яңы ФАП-тар һәм дауаханалар төҙөүгә, яман шешкә, инфарктҡа ҡаршы көрәшкә тотоноласаҡ.

Быйыл Башҡортостан милли проект¬тарға 34,2 миллиард һум, ә алты йыл эсендә йәмғеһе 170,6 миллиард һум аласаҡ. Был аҡса һаулыҡ һаҡлауға, аныҡлап әйткәндә, өр-яңы ФАП-тар һәм дауаханалар төҙөүгә, яман шешкә, инфарктҡа ҡаршы көрәшкә тотоноласаҡ.
Быйыл инфарктҡа һәм яман шешкә ҡаршы көрәшеүгә, яңы балалар поликлиникалары төҙөүгә – 4,9 миллиард һум, алты йылда медицинаға бөтәһе 16,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Медицина онкология ойошмаларын ҡайтанан йыһазландырыуға 666 миллион һум тотонасаҡтар. 2020 йылға был өлкәгә сығым миллиард һумдан артып китәсәк. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусын төҙөп, сафҡа индерә-сәктәр. Район дауаханаларында онкология бүлектәре асыласаҡ. Ғәмәлдә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡына тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн 300 саҡрым юл үтеп, Өфөгә килеүҙең кәрәге ҡалмаясаҡ.
500 миллион һум – яңы дауалау учреж¬дениелары төҙөүгә. 296 миллион һум балалар поликлиникаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға тотоноласаҡ. 260 миллион һум ауыл ФАП-тарына һәм күсмә медицина комплекстарына йүнәлтеләсәк.
“Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә республика 62 миллион һум аҡса аласаҡ. Үҙ ҡаҙнаһынан ошо программаға өҫтәмә 50 миллион һум бүләсәк. Был 50 белгесте йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Йәнә 125 миллион һум киҫкен ихтыяж булған медицина кадрҙарын дәртләндереүгә тотонола.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡ¬та¬рына һәм медицина учреждениелары етәк-с¬еләренә хәбәр итеүенсә, әлегә төбәк¬тә табиптарға бәйле хәл киҫкен булып ҡа¬ла, биш мең балаға бер педиатр тура килә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министр¬лығының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн республикала медицина өлкәһендә 1682 белгес етмәй. Шул уҡ ваҡытта ауылдарға 386 белгес кәрәк, башлыса терапевтар һәм педиатрҙар етешмәй.
Читайте нас: