Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
8 Октябрь 2019, 17:01

Бушлай маммография үтә алаһығыҙ

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бушлай маммография үтеү һәм онколог менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә «Алһыу таҫма» акцияһы барышында республика онкология диспансерында ҡабул итеүҙәр ойошторола.

Беҙҙең районда йәшәүселәр маммологка урындағы поликлиниканың онкологы аша, Сибай Муниципаль-ара медицина онкология үҙәгендә һәм Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәрендә яҙыла ала.
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте үҙәк район дауаханаһынан белергә мөмкин.
Читайте нас: