Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
22 Октябрь 2019, 18:53

Прививка эшләтегеҙ!

Башҡортостандың «Роспотребнадзор» идаралығынан киҫкен респиратор инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күбәйеүе тураһында хәбәр итәләр. Грипп әлегә теркәлмәгән һәм ауырыу кимәле лә эпидемик сиктән түбәнерәк, шулай ҙа, кейенеберәк йөрөргә, әленән үк витаминдар эсергә кәңәш ителә.

Бынан тыш республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы уҙғарыла. Бөгөнгә 817 мең кеше прививка эшләткән дә инде, уларҙың 178,9 меңе – балалар. Табиптар билдәләүенсә, был вакциналар быйыл айырыуса актуаль булған вирус штамдарынан һаҡлай.
Грипп эпидемияһы быйыл ғинуар-мартта күҙәтелә, шуға күрә декабрь аҙағынаса прививка эшләтеп өлгөрөргә кәрәк.