Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
25 Октябрь 2019, 13:08

Балалар өсөн шампан шарабын тыйырҙармы?

“Яңы йыл һеҙҙең өсөн нимә ул?” – тигән һорауға күп кенә балалар ҡупшы шыршыҡай, Ҡыш бабай, бүләктәр, хуш еҫле мандариндар һәм… шампан шарабы тип яуап бирә. Эйе, тыуған көндәр булһынмы йәки бүтән төрлө байраммы – күп кенә ата-әсәләр табынға балалар өсөн шампан шарабы (детское шампанское) ултыртырға ярата.

Был күренешкә кире ҡарашта булғандар ҙа байтаҡ ҡына. Балалар өсөн тәғәйенләнгән газлы һыу иҫерткес эсемлек түгел, әлбиттә, әммә әленән үк байрамдарҙа өҫтәлгә шарап ҡуйып, балаларыбыҙҙы эсергә өйрәтәбеҙ булып килеп сыға түгелме ни? Белгестәр ҙә тап ошо фекерҙә.
Балалар өсөн шампан шарабын һатыуҙы тыйыу идеяһын “Айыҡ Рәсәй” федераль проекты вәкилдәре лә хуплай икән. Был турала “Башҡортостан” гәзите хәбәр итә.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле йылайырҙар?
Читайте нас: