Табиптар хәүефле сирҙең йылдан-йыл йәшәреүен, төрлө социаль ҡатламдарҙа киңерәк тарала барыуын да билдәләй. Элегерәк СПИД наркомандарға, фәхишәләргә хас сир тип иҫәпләнһә, бөгөн уны яҡшы эше, ғаиләһе, кеше араһында абруйы булғандар йоҡтора икән.Был инде йәмғиәтебеҙҙә әхлаҡ ҡиммәттәренең ҡаҡшай барыуы тураһында һөйләй.
Үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, вирус 83,3 процент осраҡта енси юл менән күскән, 15,8 проценты - наркотиктар ҡулланғанда инфекцияланған шприцтар аша. Ауырлы әсәнән сабыйға күсеү осраҡтары 0,9 процент.
Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар тигән хәҡиҡәтте онотмаһаҡ ине.