Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
12 Декабрь 2019, 17:35

Башҡортостан мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эштәр йәнләнә бара.

«Проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре асыла, – тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. – Уҡыусылары аҙ булған мәктәптәрҙе теш табибы поликлиникала ҡабул итә».
Дөйөм алғанда, республикала 61 мәктәп стоматология бүлмәһен асыу күҙаллана.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың 56 мәктәбендә стоматология кабинеттары өсөн бүленгән биналарҙы ремонтлау тамамланған. Стоматология бүлмәләрен йыһазландырыу өсөн ҡорамал әлегә 41 мәктәпкә ҡуйылған. Ҡалған 20 мәктәпкә ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡорамал ҡуйыу күҙаллана.
Читайте нас: