Мин 7 айлыҡ, ике килоға ла тулмай, күм-күк булып тыуғанмын, шулар өҫтәүенә – ДЦП һәм табип хатаһы. Ул ваҡытта йәш кенә әсәйемә мине үлә тип әйткәндәр. Ләкин инкубаторҙа ятып, мин йәшәрлек хәлгә ингәнмен. Тик атайым быға ышанмаған, алып ҡайтҡандан һуң да күрше-күләнгә, туғандарына: “Үлә ул!” – тип һөйәләп йөрөгән. Атай кеше артабан мине тәрбиәләүҙә ҡатнашмаған, аҡсалата ла ярҙам күрһәтмәгән. Әсәйемә ауырға тура килде...
Тормошом, әлбиттә, һау кешеләрҙекенән айырыла. Миңә, мәҫәлән, икенсе класҡа, әсәйемдән айырылып, тыуған йорттан йөҙләп километр алыҫта ятҡан ҡалаға, махсус мәктәпкә уҡырға барырға тура килде. Русса белмәйем, гел әсәй итәгенә йәбешеп йөрөп өйрәнгәнмен, шуға тәүге йыл бик ауыр булды. Ә аҙаҡ өйрәнеп киттем, дуҫтар таптым.
Ғүмеремдә төрлө кешеләр осораны. Әлбиттә, араларында йәберләткәндәре лә табылды. Шундай хәлдәрҙең береһе бәләкәй саҡта булды. Ул йәйҙә әсәйем менән санаторийға барғайныҡ. Бер көн, телевизор ҡарарға тип, икенсе ҡатҡа, ҙур залға мендем. Унда минән башҡа балалар ҙа бар ине. Бер заман улар мине үсекләй башланы. Һәм, нисек килеп сыҡҡандыр, ләкин баҫҡыс янында торғанымда тегеләр мине аҫҡа этеп ебәрҙеләр. Әле лә башым менән баҫҡыстар һанап тәгәрәп төшөп барғанымды иҫләйем. Һөҙөмтәлә мейе һелкенеүе арҡаһында ай ярым тирәһе дауаханала яттым. Балаларға мин үпкә тотмайым. Нимә тиһәң дә, бала бала инде, улар барыһын да аңлап етмәй...
Ә бына аңлы йәштәге өлкән кешеләрҙән ауыр һүҙ ишетеү күпкә ҡыйыныраҡ. Бер хәлде һаман онота алмайым. Студент сағымда әхирәтем менән ҡала буйлап йөрөп килергә булдыҡ. Йәй ине, ныҡ эҫе. Шуға ла мин ҡыҫҡа шортик кейҙем. Бер заман беҙҙе өлкән йәштәге ҡатын туҡтатты һәм: “Һинең аяҡтарың кәкере, нимә тип шортик кейеп алғаның? Йәшереп йөрө, оҙон әйбер кей!” – тине. Нимә тиһең инде ул кешегә? Ә бит шул бөтөнләй ят ҡатындың һүҙҙәре хәтерҙә оҙаҡҡа тороп ҡалды.
Үҫкәс, өлкәндәр тормошоноң мәшәҡәттәре алдыма килеп сыға башланы: ике дипломым булып та эшкә урынлаша алмайым. Теләгем ҙур, хатта бәләкәй генә эш хаҡына ла ризамын, ун ике сәғәт эшләргә әҙермен. Тик – алмайҙар. Ҡайһы саҡ уйлайым: ҡайһы бер һау кешеләр осон осҡа саҡ ялғап йәшәгәндә, миңә нимә эшләргә...
Бар ваҡиғаларҙан ҡалған ауыр уйҙар йыйылып китеп, бына-бына һынырмын кеүек, ләкин хыял йәшәргә көс бирә. Мин балалар тауышы һәм мөхәббәт менән тулған үҙ йортом тураһында хыялланам, киләсәктә былар барыһы булырына ышанам.
Һис шикһеҙ, бөтә кешеләр ҙә насар, аңһыҙ түгел. Тормошомда изгелек теләгәндәр һәм эшләгәндәр бик күп осраны. Ундай кешеләр барлығына бала саҡтан инандым: икмәккә тип магазинға барғанымда булды был хәл. Унда бер урта йәштәге ир: “Нимә теләйең?” – тип һораны. Мин: “Чупа-чупс”, – тинем. Ул миңә теләгәнемде алып бирҙе, аҡса ла тотторҙо. Был хәтирә әле лә минең күңелемде йылыта. Шундай кешеләр күп осраны миңә, тәмлекәс йә аҡса биргәндәр түгел, ә һорамаһам да ярҙам иткәндәр, йылы һүҙ әйткәндәр. Мин үҙем дә кешегә көсөмдән килгәнсә ярҙам итәм. Бәлки, ҡылыҡтарым миңә изге ниәтле кешеләрҙе тарталыр ҙа тигән һығымтаға килеп ҡуям.
Кемдәрҙер мине күреп уйлайҙарҙыр: “Быға ауыр, ыҙалай”, – тип. Ләкин мин бына шулай булып тыуғанмын, бер нәмәне үҙгәртеп булмай, башҡа ғүмерҙе белмәйем, мин ул мин. Һәм мин бәхетлемен. Сөнки дуҫтарым да, туғандарым да бар, яҡындарым иҫән-һау һәм, иң мөһиме, мөхәббәтемде осраттым. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?