Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
17 Ғинуар 2020, 17:50

Электрон медицина картабыҙ буласаҡ!

2022 йылға Рәсәйҙә һәр кемдең электрон медицина картаһы булырға тейеш. Был хаҡта илдең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Вероника Скворцова белдергән. Уның һүҙҙәренсә, ике йылдан дәүләтебеҙҙә электрон карталарҙы, уның менән ситтән тороп «аралашыуҙы» (йәғни тултырыуҙы), микрочиптар һәм башҡа гаджеттар индереүҙе үҙ эсенә алған берҙәм һанлы контурҙы әҙерләү тамамлана.

Бүтән үҫешкән дәүләттәр һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә һәм цифрлаштырыуҙа күпкә алған киткән, әле беҙ ҙә тиҙ хәрәкәт итәбеҙ, тип белдерә Вероника Игоревна.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, 2020 йылдан табиптар ҡарарына интеллектуаль ярҙам индерелә.
Һуңғыһы интеллектуаль аҡылдың анализдарҙы, сирҙең билдәләрен һәм башҡа күрһәткестәрҙе өйрәнеп, табиптарға диагноз ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә тигәнде аңлата.
Тағы ла, әле баҙарҙағы препараттарҙың 80 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән икән.
Читайте нас: