Ауыл уттары
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
4 Февраль 2020, 16:27

Дарыуҙарға, медицина ярҙамына ҡағылышлы һорауҙарығыҙ бармы?

Булһа, уларҙы 7 февралдә Рәсәй Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә эшләйәсәк “ҡыҙыу линия” телефондарына шылтыратып бирә алаһығыҙ. Был турала БР буйынса баш федераль инспекторҙың мәғлүмәт сәйәсәте буйынса советнигы Юлия Тютина хәбәр итә.

Халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә, ғөмүмән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы һеҙҙең һорауҙарығыҙға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының вәкәләтле хеҙмәткәре яуап бирәсәк.
Шылтыратыуҙар, үрҙә әйткәнебеҙсә, 7 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем ҡабул ителә.
“Ҡыҙыу линия” телефондары: 8(347)229 -74 -58, 8(347)229 -74 -76.
Читайте нас: