Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
5 Февраль 2020, 16:55

Башланды...

Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ эпидемияһының башланыуы тураһында хәбәр итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 27 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем республикала 27 469 кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән, уларҙың 70 процентҡа яҡыны – балалар.
Республика халҡы араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү эпидемия сигенән 35,6% юғарыраҡ. Мәктәп йәшендәге балалар араһында эпидемия сиге 31,9% күтәрелгән.
Эпидемия миҙгеле башланыуға бәйле Роспотребнадзор идаралығы шәхси һаҡланыу саралары хаҡында хәтергә төшөрә. Ҡағиҙәләр ябай ғына: халыҡ күп йыйылған урындарҙа булыу ваҡытын кәметегеҙ,урамға сыҡҡанда медицина маскаһы кейегеҙ, сирлеләр менән тығыҙ аралашмаҫҡа тырышығыҙ, ҡулды йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ, танау ҡыуышлығын сайҡатып торорға, бүлмәне даими елләтергә, туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп алырға онотмағыҙ, С витаминына бай булған аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ, һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ашағыҙ. Табип кәңәше буйынса иммунитетты күтәргән препараттар ҡулланығыҙ.
Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығына битараф булмағыҙ!
Читайте нас: