Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
26 Февраль 2020, 11:37

ҺӨҘӨМТӘЛӘРҘЕ ОНЛАЙН-РЕЖИМДА ҠАРАП БУЛАСАҠ

“Сәләмәтлекте һаҡлау» милли проекты

Республикала берҙәм компетенциялар үҙәге булдырыу буйынса лаборатория хеҙмәтен үҙгәртеп ҡороу буйынса проект “Сәләмәтлекте һаҡлау» милли проекты буйынса бойомға ашырыла.
Тәүге компетенциялар үҙәге Өфөләге 13-сө клиник дауаханаһында асылды. Киләһе өс йылда республикала ошондай 8-12 үҙәк булдырыу планлаштырыла. Уларҙа 30-50 кеше эшләйәсәк.
Проекттың бойомға ашырылыуы ярҙамында республика үҙәгенән ни тиклем алыҫлыҡта урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, урындарҙағы дауалау учреждениеларының заманса һөҙөмтәле һәм сифатлы лаборатория диагностикалауы алымдарын ҡулланыу мөмкинлеге буласаҡ.
Пациенттар йәшәгән урындары буйынса поликлиникаларға барып ҡына анализдар тапшыра аласаҡ. Ҡан алыу хәҙер штрих-кодлы ваакумлы контейнерҙар файҙаланып эшләнәсәк. Анализ һөҙөмтәләрен гаджеттарҙа, электрон почта аша, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта онлайн-режимда ҡарап белеп була. Былар барыһы ла тиҙ арала башҡарыла, анализдар һөҙөмтәләре юғалмай һаҡланып ҡала.
Сығанаҡ: Башҡортостан яңылыҡтары.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: