Өфөлә сит илдән ҡайтҡандарҙың фатирҙары буйлап эш төркөмө йөрөй һәм улар өйҙә ултырамы, юҡмы икәнен тикшерә
Һәр төркөмдә ике кеше - социаль хеҙмәткәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре. Улар яңыраҡ сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең адрестары буйлап йөрөй һәм карантин үтәләме икәнен тикшерә. Тағы ла улар өфөләрҙең хәле, дарыуға мохтажлыҡ һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы менән проблемалар юҡмы тип ҡыҙыҡһына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сит илдән ҡайтҡан һәр кем 14 көнгә үҙ-үҙен изоляцияларға бурыслы.
– Ике аҙналыҡ карантин мотлаҡ үтәлергә тейеш һәм бер ниндәй ҙә мөһим эштәр аҡланыу була алмай. Карантин - закон талабы. Уны боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы янауы ихтимал. Һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы тойорға, ләкин шул уҡ ваҡытта вирус йөрөтөүсе булырға мөмкинһегеҙ. Шуға күрә үҙегеҙҙе нисек тойоуығыҙға ҡарамаҫтан, 14 көн карантинда ултырырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.