Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Яңы лабораториялар асыла

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала инфекцияны йоҡтороу раҫланған бер осраҡ та теркәлмәгән, стационарҙа 59 кеше, шул иҫәптән биш бала табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Уларҙың барыһы ла - беҙҙең республика граждандары, тейешле дауа тәғәйенләнгән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, республиканың төрлө райондарынан 1902 кеше тикшеренеү үткән. Ошо көндәрҙә баш ҡалала лабораториялар арттырыласаҡ, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡта айырым шарттар булдырылған өҫтәмә диагностика үҙәктәре асыла. Шулай уҡ Өфө аэропортында сит илдәрҙән ҡайтҡан пассажирҙарҙы тикшереү өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән лаборатория эшләйәсәк.

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов белдереүенсә, Рәсәйҙә сирлеләр һаны 438-гә еткән, 17 кеше һауыҡҡан. Ауырыуҙарҙың күбеһе Мәскәүҙә, унан ҡала Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург ҡалаһы килә.

Бөгөн "ҡыҙыу линия"ға меңгә яҡын һорау килгән, байтағы балаларҙы уҡытыуға ҡағыла. Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, 2 апрелдән уҡыусылар дистанцияла уҡыуға күсергә тейеш, бөтә методик күрһәтмәләр әҙер. Интернет булмаған аҙ комплектлы мәктәптәр өсөн дә саралар планы раҫланған. Һорауҙар менән ата-әсәләр ошо телефонға мөрәжәғәт итә ала: 8-347-292-11-52. ”Уҡыусыларға билдәләр ҡуйыласаҡ, йыл аҙағындағы һөҙөмтәлә улар мотлаҡ сағыласаҡ. Даими мониторинг алып барыу беҙҙең өҫтә”, - тип белдерҙе министр урынбаҫары.

Бөгөн күрше райондарҙағы һәм Өфөләге 46 балалар баҡсаһында карантин шарттарының нисек үтәлгәнен тикшергәндәр. Бөтә санитар-эпидемиологик талаптар торошона баһа бирелгән.

Фото: news.myseldon.com.
Читайте нас: