Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
24 Апрель 2020, 18:25

Талпан ҡаҙалһа...

Талпан еүеш урындарҙы үҙ итә, шуға күрә япраҡлы йәки ҡатнаш үлән үҫкән урмандарҙа айырыуса күп осрай. Күләгәле йырындар, шырлыҡтар, урман шишмәләре буйындағы таллыҡтар, үләнле һуҡмаҡтар ҙа – зарарлы бөжәктең яратҡан төйәге.Урман һуҡмаҡтары буйында улар...

... күп була, сөнки талпанды үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең еҫе ылыҡтыра. Күптәр иһә талпан өҫтән һикерергә һәләтле тип яңылыша: ул ярты метрҙан да бейегерәк булмаған үләнгә, һабаҡҡа, һерәйеп торған ағас ботағына ултырып ҡорбанын көтә, йәбешкәс, уңайлы урын эҙләп, тәнгә ҡаҙала.
Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатыусы талпан энцефалиты һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе мөмкин. Бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, уны махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң талпан ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, уны тиҙерәк тартып сығарырға, артабан махсус лабораторияға тапшырырға кәрәк. Әгәр ҙә энцефалитлы бөжәк ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән дауалана башлау зарур.
Читайте нас: