Педиатр — иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан кескәй пациенттарҙы дауалау өсөн психолог та, педагог та, хатта артис та булырға кәрәк. Эльза Эдуард ҡыҙы Ризуанова сабыйҙар сәләмәтлеге һағында 35 йыл хеҙмәт итә. Бер нисә айлыҡ ҡына сабыйҙарҙың хәлен күҙҙәренә ҡарап билдәләргә өйрәнгән ул. Һөнәр һайларға вағыт еткәс уның алдында кем булырға тигән һорау тормай. Балалар менән эшләйәсәген ул аныҡ хәл итә. Сабыйҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү –илдә мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Коронавирус пандемияһы мәлендә Дим биҫтәһе дауаханаһы махсус режимға күсә. Сирлеләр менән аралашҡан пациенттарҙы өйҙәренә йөрөп ҡарайҙар. Бындай осраҡта педиатрға бөтә талаптарға ярашлы кейем кейергә тура килә. Карантин мәлендә прививкалар эшләү кисектерелә. Башлыса педиатр сабыйҙы өйөндә ҡарай. Поликлиникаға бәләкәй пациенттар һуңғы аҙналарҙа ғына йөрөй башлаған. Нисек кенә булмаһын пандемия йәшәйешебеҙҙе үҙгәртте. Үҙебеҙ өсөн файҙалы ғәҙәттәргә лә өйрәндек, ти дауахана мөдире. Өфөнөң медицина-генетика үҙәге республикала молекуляр генетика алымдары менән эшләгән берҙән-бер ойошма. Пандемия башланыу менән улар COVID-19 вирусын диагностикалауға ҡушыла. Был ишек артында юғары хәүеф тыуҙырған зона. Тап ошо бокста егеттәр 6-шар сәғәт, махсус кейемдә биологик материалдар менән эш итә. Башта биологтар РНК-ны айырып ала. Былар барыһы ла ҡул эшен талап итә. Артабан күрше бүлмәлә юғары технологиялы ҡорамалдар ярҙамында COVID-19 вирусын йөрөтөүсе асыҡлана.Генетика лабараторияһында эшләү оҫталыҡ талап итә. Бының өсөн махсус уҡытмайҙан. Ялған ыңғай һөҙөмтә биреү пациенттарҙа стресс тыуҙыра. Шулай булғас хеҙмәткәрҙәрҙән аныҡлыҡ һәм таһыллыҡ талап ителә. Ковид-19-ҙы диагностикалау республиканы сирҙән мөмкин тиклем тиҙерәк арындырыуға булышлыҡ итә. Ә генетиктарҙың төп хеҙмәте: нәҫел, онкология һәм социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы заманса юғары технологиялар, молекуляр-генетика алымдар менән иртә диагностикалау ғәҙәти режимда бара.Нәҫелдән килгән сирҙәрҙе билдәләүсе анализдар һөҙөмтәһе кешегә ғүмерлеккә эшләп бирелә. Шулай булғас, беҙҙең яңылышырға хоҡуғыбыҙ юҡ, ти үҙәк етәксеһе. Һуңғы йылдарҙы иҫәпкә алғанда табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән тәүгә осрашты. Әммә улар баҙап ҡалмай. Һис шикһеҙ, аҡ халатлылар герой исеменә һәм маҡтауға лайыҡ.
Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/184132-tabiptar-gzti-bulmagan-auyrlyktar-menn-osrashty