Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә ойошторолған рейдтар ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәгән. Юғары әҙерлек режимы талаптарын үтәмәгән эшҡыуарҙар менән аңлатыу эштәре башҡарылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мотлаҡ талаптар иҫәбенә битлек кейеү, шәхси дезинфекция сараларын ҡулланыу, биналарҙы даими елләтеү, социаль дистанция арауығы билдәһен һалыу, хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәп теркәү журналын алып барыу, шунда уҡ бинаны йыуыу һәм зарарһыҙландырыу ваҡытын яҙып барыу инә.
Тулыраҡ https://ufacity.info/press/news/370125html
Читайте нас: