Күптәр өсөн тәмәке тартыу бер ғәҙәткә әйләнә. Ҡайһы берәүҙәр иртәләрен кофе һәм сигареттан башҡа бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмай. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға тәмәкене ташлау ауыр бирелә. Шуға ла белгестәргә мөрәжәғәт итһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Баҡтиһәң, донъяла йыл һайын 6 миллион кеше тәмәкегә бәйле ауырыуҙарҙан, фажиғәләрҙән вафат була икән.
Быға тартыу арҡаһында килеп тыуған онкология ауырыуҙары, һүнмәй ҡалған тәмәке төпсөгө һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан янғындарҙа һәләк булыусылар ҙа инә. Шуныһы ла бар: 600 мең кеше пассив тәмәке тартыу сәбәпле үлә, йәғни үҙе тәмәке тартмаһа ла, йәнәшәләге тартыусының төтөнөн һулап, үҙенә зыян ала.
Табиптар белдереүенсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлү¬мәттәре буйынса, тәмәке тартыусыларҙың 17 процентын 15-тән 24 йәшкәсә кешеләр тәшкил итә. Активистар тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш алып барһалар ҙа, йәштәр араһында был насар ғәҙәткә тартылыусылар борсой. Тәмәкенең сәләмәтлеккә зыяны һәр кемгә таныш. Хатта сигареттарҙың ҡабына ла был хаҡта киҫәтеп яҙып ҡуялар.
Белгестәр әйтеүенсә, күптәр тәмәке тартыу арҡаһында үпкә яман шеше генә килеп сығырға мөмкин, тип яңылыша. “Даими тәмәке тартыу ирен, тел, боғаҙ, бәүел юлдарында яман шешкә лә килтерергә мөмкин. Рәсәйҙә йыл һайын 300 мең яман шеш асыҡлана.
Үпкә рагы тире һәм күкрәктәге яман шештән ҡала өсөнсө урында тора. Ғәҙәттә, 30-ҙан 55 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле кешеләр ауырый. Һуңғы арала ҡатын-ҡыҙҙар араһында үпкә яман шеше менән ауырыусыларҙың һаны артыуы ла борсой. Рак асыҡланған кешеләрҙең 80 проценты тәмәке тарта. Шуға ла был ғәҙәттән ҡотолоу өсөн ныҡлы иҫкәртеү эше алып барыла, дәүләт программалары ярҙамында ауы¬рыуҙы тәүге стадияларҙа асыҡлауға ҙур иғтибар бирәләр. Флюорография, рентген аша кешенең үпкәләрен тикшереп торалар”, – ти онкологтар.
l Беренсе сиратта үҙеңә маҡсат ҡуйырға кәрәк. Тәмәке тартыуҙың зыянлы икәнен аңлау мөһим. Тартыуҙы ташларға йыйын-ғанда, яҡындарыңдан ярҙам һорарға була. Күптәрҙең ихтыяр көсө етеп бөтмәй, ләкин бер ташлап, ҡабат башлаусылар ҙа, инде булмай, тип ҡул һелтәргә ашыҡмаһын, өмөттө өҙөргә ярамай. Тәмәкене тағы ташлап ҡарарға кәрәк.
l Электрон сигареттар тәмәкенән ҡотолорға ярҙам итә тигән фекер хата. Киреһенсә, электрон сигареттар башҡа күп төрлө ауырыуҙар килтереп сығарырға мөмкин.
l Баланың кеҫәһендә тәмәке тапһағыҙ, шунда уҡ һүгергә ашыҡмағыҙ. Башта уртаҡ тел табығыҙ, бала ҡыҙыҡһынып, әллә йәштәштәренә эйәреп тартып ҡарағанмы – шуны асыҡлағыҙ.