Быға тиклем хәбәр итеүебеҙ буйынса, Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтҡан кешеләрҙе аэропортта, автовокзал һәм тимер юлы вокзалдарында коронавирусҡа тикшерәсәктәр. Шулай уҡ автомобиль менән барғандарҙы ла өйҙәрендә тикшереү күҙаллана. Бындай ҡарарҙы 28 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән республиканың коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы оператив штабы ултырышында ҡабул иткәйнеләр. Был ҡарар буйынса Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов үҙ фекерен белдерҙе.
– “Роспотребнадзор” белдереүенсә, курорттарҙан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ коронавирусҡа үҙаллы анализ тапшырған һәм ыңғай һөҙөмтә алған. Шуға күрә беҙ оператив штаб ултырышында "Ковид-19" буйынса хәүефле төбәктәрҙән ҡайтҡан туристарҙы һайлап алыу юлы менән тест үткәрергә ҡарар иттек. Был беҙгә төп маршруттар буйынса яҡынса булһа ла мәғлүмәттәрҙе алыу мөмкинлеге бирәсәк. Был курортлы ҡалаларға ғына ҡағылмай. Ошо юл менән хәүефле участкаларҙы асыҡлай аласаҡбыҙ. Бәлки, иң ауыр йүнәлештәрҙе ниндәйҙер ваҡыт тулыһынса тикшерергә тура килер. Беҙҙә бындай тәжрибә бар – Мәскәү, Санкт-Петербург, сит илдәрҙән килгән пассажирҙарҙың бөтәһен дә тикшергәйнек. Минеңсә, ошо ысул менән Башҡортостанда коронавирус таралыуының бер сығанағын юҡҡа сығара аласаҡбыҙ. Шулай уҡ оператив штаб ковид буйынса хәүефле төбәктәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итә, – тине ул.