Ауыл уттары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
5 Апрель 2021, 11:00

Ҡуҙғалаҡ гемоглобинды күтәрә!

Баҡса ҡуҙғалағы үҙенең химик составы буйынса иң ҡиммәтле йәшелсә культуралары иҫәбенә инә. Ул аҡһымға, тимергә бай!

Уның яҙғы япраҡтарында алма һәм лимон кислотаһы күп була. Һуңыраҡ унда ҡуҙғалаҡ кислотаһы күбәйә һәм ул япраҡтың тәмен бик ныҡ үҙгәртә. Тап шуға ла ҡуҙғалаҡты иртә яҙ, файҙалы матдәләргә бай саҡта ашап ҡалырға кәрәк. Тимергә бай үҫемлекте көндәлек рационға индерһәң, гемоглобинды күтәрә.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: