Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
28 Апрель 2021, 22:45

Әминәгә ҡиммәтле операция кәрәк

Ул мөғжизә менән иҫән ҡала

Благовещен ҡалаһында йәшәгән алты йәшлек Әминә Ситдиҡова ҡиммәтле операция яһатыуға мохтаж. Аварияға эләгеп, тәҙрә аша осҡан ҡыҙ ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡала. Бәхеткә ҡаршы, юлда осраҡлы килеп сыҡҡан табип-реаниматолог, ашығыс ярҙам килеп еткәнсе, баланы үлемдән ҡотҡара. Ҡаты йәрәхәтләнгән Әминә бына ярты йыл инде түшәктә ята, ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Шулай ҙа ҡыҙҙың һауығыуына өмөт бар. Мәскәү табиптары ҡатмарлы операция үткәрергә әҙер, тик бының өсөн туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Был сумманың ҙур өлөшө тупланған да инде, бары 1,5 миллион һум тирәһе генә йыйырға ҡалған. Һәр кем балаға ярҙам ҡулы һуҙа ала. Спорт, бейеү менән шөғөлләнгән, ут кеүек ҡыҙҙың хәрәкәтһеҙ түшәктә ятыуы, һыҙланыуы менән һис килешеп булмай. Әминәнең бәләкәй һеңлеһе, дүрт йәшлек Есения апаһының тиҙерәк аяғына баҫып, карауаттан тороуын түҙемһеҙлек менән көтә. Шәфҡәт туташы Дамира Шакирова уға массаж яһай, физиотерапия үткәрә, бала көнө-төнө ата-әсәләре күҙәтеүендә.Мускулдар ҡороп, эшлектән сыҡмаһын өсөн ҡыҙға тиҙерәк операция яһарға, мускулдарҙы уятыу өсөн диафрагмаль нервы стимуляторы һатып алырға кәрәк. Аппарат туғыҙ миллион һум тора. Благовещен халҡы сабыйға ярҙам итеү өсөн концерттар, флэшмобтар ойоштора. Фото: BashNews.
Читайте нас: