Ауыл уттары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
18 Октябрь 2021, 08:47

БАЛ МЕНӘН ДАУАЛАНЫУ

Бал — иң шифалы тәм-томдарҙың береһе. Ул һалҡын тейгәндә лә бик файҙалы. Әммә уны дөрөҫ ҡуллана белергә лә кәрәк.Балды сәй менән эсмәйҙәр.

БАЛ МЕНӘН ДАУАЛАНЫУ
БАЛ МЕНӘН ДАУАЛАНЫУ

Тиҙ генә ашҡаҙанына йыуылып төшкәндә балдың файҙаһы бик юҡ.
Шуға күрә бер лимонды ваҡ итеп турап, 2 аш ҡалағы бал ҡушып, шул ҡатнашманы әкрен генә ашарға тәҡдим итәбеҙ. 20 минуттан мәтрүшкәле сәй эсеп, төрөнөп ятһаң тир менән сирегеҙ сығыр.
Тамаҡ шешкәндә, ангина, фарингит борсоғанда, ауыҙға бал ҡабып, әҙ-әҙләп йоторға. Балдың файҙалы матдәләре йотҡолоҡ зонаһында бүленеп сыға. Артынан кәмендә 20 минут бер нимә лә эсмәҫкә һәм ашамаҫҡа. Был процедураны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлап, сирҙән бик тиҙ ҡотолоп була.
Бронхит
Бронхитты (үпкә көпшәләренең шешеүе), ҡурылдай астмаһын дауалау өсөн бер литр һыуға 0,5 килограмм һуған, 400 грамм шәкәр һәм 50 грамм бал һалып, талғын утта өс сәғәт тоталар. Һуңынан барлыҡҡа килгән массаны һыуытҡыста һаҡлайҙар. Көнөнә дүрт-алты аш ҡалағы эсәләр. Бурһыҡ майы таба алғандар өсөн дә кәңәш яҙабыҙ. Дөйөм күләме бер килограмм булған бурһыҡ майы, сусҡа майы, алоэ һуты (50 грамм етә), шоколад алына. Барыһы ла иретелә лә, бер килограмм бал ҡушып, бергә бутала. Ашар алдынан ярты сәғәт элек көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ҡулланыла.
Киҫкен хроник бронхит, йүтәл
Алоэ сәскәләрен фарфор һауытҡа һалып, 1:10 иҫәбенән ҡайнар һыу ҡойола. Парланып, 10–15 минут торғандан һуң яртышар стакан эсергә кәрәк. Балды шәрбәте сыҡҡансы һалығыҙ. Бронхиттан шулай уҡ баллы компрестар ярҙам итә. Күкрәк һәм арҡа бал менән һылана. Мамыҡ ябылып, өҫтөнә ҡағыҙ һалына һәм бәйләп ҡуйыла. Компресты төнөн дә сисмәйҙәр. Сирҙе иҫкәртеү өсөн көн дә бер бүлкә һарымһаҡ һәм бер сәй ҡалағы бал ашарға тәҡдим ителә.
Тымау тейгәндә
Бер балғалаҡ бал, өс аш ҡалағы иҙелгән һуған алына һәм бер стакан йылы һыуға һалып болғатыла. Көнөнә бер нисә тапҡыр танау эсе йыуыла. Һалҡын алдырғанда бер стакан баланды бер литр һыуға һалалар ҙа 10 минут ҡайнаталар. Тонғас, өс аш ҡалағы бал һалып болғаталар. Көнөнә яртышар стаканлап дүрт тапҡыр эселә. Шулай уҡ үгәй инә үләнен дә ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн бер аш ҡалағы үләнде бер стакан һыуға һалып ҡайнаталар. Тондорғас, аш ҡалағы бал ҡушыла. Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн көнөнә ике тапҡыр эсәләр.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: