Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
22 Октябрь 2021, 16:41

Нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр булған өс ир-уҙаман, Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүсе бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында интернет селтәрҙәрендә бик күп яҙылды һәм был яҙмалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Ә бит улар ярты йыл эсендә өй төҙөп сыҡҡан кешеләр!Бына ошо яҙмалар барлыҡҡа килгәндән һуң уларға ниндәй ярҙам күрһәтелгән һуң? Сайтҡа үтеп уҡығыҙ...  

Нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр булған өс ир-уҙаман, Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүсе бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында интернет селтәрҙәрендә бик күп яҙылды һәм был яҙмалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр булған өс ир-уҙаман, Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүсе бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында интернет селтәрҙәрендә бик күп яҙылды һәм был яҙмалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Ҡунаҡҡоловтарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?
Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан өс бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың йорттарында санузел бүлмәһе эшләп бөтөрөү өҫтөндә. Хәҙер уларҙың бөтә уңайлыҡтары булған махсус йыуыныу урыны, йылы һыуы бар. Раковина ла түбәнәйтеп урынлаштырылған. Кухняла ла һауыт-һабаны эҫе һыуҙа йыуыу мөмкинлеге булдырылды.
Бынан тыш, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль ярҙам министры күрһәтмәһе буйынса ағайлы-ҡустылыларға инвалид коляскалары, Рәфискә 1-се төркөм инвалидлыҡ юллау буйынса ла эштәр бара.
Шулай уҡ Идиә Ғәлимова алда торған мөһим эштәр менән таныштырҙы. Шуларҙың иң ҙуры – йорттоң документтарын теүәлләп, газ үткәреү. Әгәр документар тәртипкә килтерелһә, Ҡунаҡҡоловтарға сертификат та тейеш.
Бына шулай бер туған Фәйез (50 йәш), Рафиҡ (45 йәш), Рәфис (42 йәш) Ҡунаҡҡоловтар изге күңелле кешеләрҙең эскерһеҙ ярҙамы менән арыу уҡ мәсьәләләрен хәл итеп, йырып сығып килә.
- Егеттәрҙең айыҡ тормош алып барыуы, киләсәккә ышаныс менән ҡарап йәшәүе ҡыуандыра. Уларҙың өйөндә һәр ваҡыт тәртип, таҙалыҡ, ҡот уйнап тора. Бер тапҡыр “Һеҙҙе иң әсендергәне нимә?” – тигән һорауҙы бирҙем. Яуап мине шул тиклем һоҡландырҙы ла, уйға ла һалды. “Һау-сәләмәт кешеләрҙең эсеп, эшләмәй йөрөүе, хатта коляскала ултырған беҙҙән аҡса һорауы әсендерә”, - тип яуапланы улар”, - ти Идиә Миҙхәт ҡыҙы.
Ысынлап та, уйға һалырлыҡ, фәһем булырлыҡ һүҙҙәр! Бер туған Ҡунаҡҡоловтарға һаулыҡ, ныҡлыҡ, эштәренең һәр ваҡыт шулай уң барыуын теләйбеҙ!


Фотолар “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: