Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
10 Ноябрь 2021, 09:24

«Госуслуги» QR-кодтарҙы яңылыш яңыртҡан

Цифра һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары QR-кодтарҙағы көтөлмәгән яңыртыуҙарҙы «Госуслуги» порталындағы техник сәбәптәр менән аңлатты

«Госуслуги» QR-кодтарҙы яңылыш яңыртҡан
«Госуслуги» QR-кодтарҙы яңылыш яңыртҡан

Һүҙ QR-кодтарҙың ғәмәлдәге ваҡыты тураһында бара. Әле кодтарҙың билдәләнгән ваҡыты тергеҙелә.
8 ноябрҙән Рәсәйҙә яңы сертификаттар ғәмәлгә инде. Иртән күптәр QR-кодтарының ғәмәлдәге ваҡыты ҡыҫҡарыуына, шул сәбәпле ҡайһы берҙәренең ғәмәлдән сығыуына ғәжәпләнде.
Кодтарҙың ғәмәли ваҡытын үҙгәртеү тураһында рәсми документ ҡабул ителмәгән. Оперштаб аңлашылмаусанлыҡтың «Госуслуги» сайтындағы техник хатаға бәйле булыуы ихтимал, тип белдерҙе. Коды ғәмәлдән сыҡҡан тип танылған граждандарға порталдың ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә йәиһә онлайн ялыу яҙырға тәҡдим ителә.
Цифра һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының берҙәм белдереүендә QR-кодтарҙың ғәмәлдәге ваҡыты элекке көйөнсә ҡала, тип әйтелә. Әле «Госуслуги» порталы ҡәҙимге тәртиптә эшләй, QR-кодтар тергеҙелә. «Дәүләт хеҙмәттәренең ҡайһы бер ҡулланыусылары 2021 йылдың 8 ноябрь иртәһендә QR-кодтарының ғәмәли ваҡытының 12 айҙан 6 айға үҙгәреүен күрҙе. Был «Госуслуги» порталында башҡарылған техник эштәргә бәйле»,— тиелә белдереүҙә.
Яңы сертификаттар стандарты Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан октябрҙә раҫланды. Хәҙер улар прививка яһатҡандан һуң өс көн эсендә ике телдә электрон өлгөлә һәм ҡағыҙға баҫтырып сығарыла. Сертификатта прививканың ҡайҙа яһатылғаны ла билдәләнә.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: