Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
7 Декабрь 2021, 16:33

Коронавирустың яңы “омикрон” штамы

Был штамм йоғошлораҡ, пациенттан пациентҡа тиҙерәк күсә

Коронавирустың яңы “омикрон” штамы
Коронавирустың яңы “омикрон” штамы

Коронавирустың яңы “омикрон” штамы Көньяҡ Африка Республикаһынан Рәсәйгә ҡайтҡан кешеләрҙә асыҡланған, тип хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың матбуғат хеҙмәте.
Обсерваторға урынлаштырылғандан һуң тәүге тәүлектә ыңғай ПЦР-тест асыҡланған ике пациентты тикшергәндә уларҙа “омикрон” штамы булыуы билдәләнгән. “Омикрон” штамының төп һыҙаты – уның геномында үҙгәрештәрҙең күплеге, айырыуса S-аҡһымы генында. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың эпидемиология фәнни-тикшеренеү үҙәгенең сирҙәрҙе диагностикалауҙа яңы ысулдар булдырыу ғилми төркөмө етәксеһе Камил Хафизов белдергән.
“Был штамм йоғошлораҡ, пациенттан пациентҡа тиҙерәк күсә. Ҡайһы бер мутациялар буйынса, сирҙе кисергәндәрҙең иммунитеты был штамға ҡарата бер ни тиклем кәмейәсәк,”– ти эксперт.
Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Көньяҡ Африка Республикаһынан ҡайтҡан ун кешелә ПЦР-тестың ыңғай булыуы билдәле. Әлегә штамдары асыҡланмаған. Белгестең әйтеүенсә, хәҙергә яңы штамдың Рәсәйҙә киң таралыу хәүефе юҡ. Яңыртылған вакцинаның тәьҫирле булыуына ышаныс белдергән ул.
Иммунолог, медицина фәндәре кандидаты Николай Крючков бөгөнгө төп бурысты илгә инеүсе “омикрон” штамы һанын һәм таралыу тиҙлеген кәметеүҙә күрә. Был саралар популяция кимәлендәге кире эҙемтәләр башланыуын ай-ай ярымға һуҙырға ярҙам итәсәк, ти ғалим.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: