Ауыл уттары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
8 Декабрь 2021, 11:43

Ҡатыуҙан (остеохондроздан) компресс

Муйын һәм умыртҡа һөйәгенә компресс яһау бындай сырхауҙарҙан ҡотолдорор тип ышанабыҙ

Ҡатыуҙан (остеохондроздан) компресс
Ҡатыуҙан (остеохондроздан) компресс


Баш ауыртыу, күреү һәләте хөртәйеү, баш әйләнеү, арыу, ҡолаҡ шаулау, ҡан әйләнеше насарайыу – былар барыһы ла ҡатыу (остеохондроз) эҙемтәләре булыуы ихтимал. Муйын һәм умыртҡа һөйәгенә компресс яһау бындай сырхауҙарҙан ҡотолдорор тип ышанабыҙ.

Компресс өсөн ингредиенттар:
-сей картуф
-бал
-пихта майы

Компресты әҙерләү:

-сей картуфты ҡырғыс аша үткәрергә (мөмкин тиклем ваҡ булһа, шул тиклем яҡшы) һәм бал менән бутарға. Картуф күпме, балды ла шул миҡдарҙа ҡушырға.

Шунан әҙер массаны муйынға һәм яурынға һылайбыҙ, өҫтөн полиэтилен менән ҡаплап, шарф йәки йылы әйбер менән урарға кәрәк.
2 сәғәттән һуң компресты алабыҙ, урынын салфетка менән һөртөп таҙа тирегә пихта майы һөртәбеҙ.

Процедураны 10 көн дауам итергә кәрәк.

Бындай компресс ауыртыныуҙарҙы баҫа, муйын тәңгәлендәге умыртҡа һөйәгенә тоҙ ултырыуҙан арындыра, тирене яҡшырта.

Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: