Ауыл уттары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
15 Февраль 2023, 11:25

Һарымһаҡлы һөт - күп сиргә дауа!

Уны нисек әҙерләргә һуң?

Һарымһаҡ микробҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә һәм көслө антиоксидант булып тора. Уны йылы һөткә бутаһаң, астманан, пневмониянан, туберкулездан, йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, артриттан, йүтәлдән һәм башҡа күп кенә ауырыуҙарҙан ҡурсалар.

Бының өсөн һеҙгә 250 мл һыу, таҙартылған 10 теш һарымһаҡ, 500 мл һөт, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр кәрәк булыр.

Әҙерләү: кәстрүлгә һөт һәм һыуҙы ҡойоғоҙ, уға ҡырҡылған һарымһаҡты һалығыҙ һәм даими болғап, ҡайнау хәленә еткерегеҙ. Яртыһы бүҫкәргәнсе ҡайнап ултырһын. Уттан алғас, уны һөҙөп алығыҙ ҙа, һөткә шәкәр ҡушығыҙ. Эҫе көйө генә эсегеҙ.

Пневмония менән көрәшеү өсөн көнөнә өс тапҡыр ошо рецепт буйынса һөт эсергә.

Астма менән яфаланыусылар, йоҡлар алдынан өс теш һарымһаҡ ашап, хәлен еңелләштерә ала. Һарымһаҡлы һөт тә ярҙам итер.

Әлеге эсемлек холестеринды кәметә, тимәк ҡан әйләнеше яҡшыра. Йөрәк сире менән йонсоусылар әллә ни ҡуйы булмаған һөттө ҡулланһын.

Быуындар һыҙлаһа, көн дә һарымһаҡлы һөт эсегеҙ.

Һарымһаҡ бауырға ла ярҙам итә. Биш көн эсһәгеҙ, һары ауырыуынан ҡотолорға мөмкин. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә лә ярҙам итер.

Туберкулез менән яфаланыусыларға әлеге шыйыҡсаны көнөнә өс тапҡыр эшләп эсергә кәрәк.

Йүтәл йонсотһа, һарымһаҡлы һөткә куркума ла өҫтәп ебәрегеҙ.

Насар холестеринды кәметә, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар түлһеҙлегенән дауалай, аш эшкәртеү системаһын яҡшыртып, эсәк флораһын яйға һалыр.

Онотмағыҙ, ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Сығанаҡ:https://ejansura.ru/articles/auly-y-bayly-y/2022-10-22/arym-a-m-t-2998518

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: