Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
16 Февраль 2023, 16:40

Әфлисун температураны төшөргәнен беләһегеҙме?

Унан башҡа, берәүҙе генә ашаһаң да, организмың бер көнгә етәрлек С витамины алды тигән һүҙ.

Уның өсөн 3-4 телем әфлусинға 50 миллилитр йылымыс һыу ағыҙалар ҙа ярты сәғәт төнәтәләр. Хуш еҫле дарыу тирләтеп ебәрә һәм хәлде еңеләйтә. Ашҡаҙан һуты кислотаһы аҙ бүленеп сығыуға бәйле гастрит менән яфаланыусыларға көнөнә өс тапҡыр яңы һығылған 100 миллилитр әфлисун һуты эсеү файҙалы. Ул организмды шлактан да арындыра.
Әфлисун составында пектин матдәһенең күп булыуы эсәктәргә яҡшы тәьҫир итә. Уның өсөн иртәле-кисле берешәр стакан һут эсеү йәки 1-2 телем емеш ашау ҙа етә. Әфлисун теш, ҡаҙналыҡ ауырыуҙарын булдырмаҫҡа ла ярҙам итә. Был осраҡта ундағы С витамины алыштырғыһыҙ әһәмиәткә эйә - тештең сереүенә һәм ҡаҙналыҡтың ялҡынланыуына килтереүсе бактерияларҙы үлтерә. Ә әфлисун составындағы кальций тештәрҙе нығыта. Һуты менән элек-электән яраларҙы, йәрәхәттәрҙе дауалағандар. Ә әфлисундың бигүк өлгөрөп етмәгән ҡабығынан яһалған төнәтмәне күрем ваҡытында ла эскәндәр. Табиптар ҡанда тромбтар ойошмаһын өсөн дә әфлисун ашарға кәңәш итә. Яңы һығылған һуты ҡандағы холестиринды кәметә.
Стоматологтар киҫәтә: әфлисун ашағас, теш эмале боҙолмаһын өсөн ауыҙҙы сайҡатығыҙ. Ашҡаҙан-эсәк һәм ашҡаҙан һуты кислотаһы күп бүленеп сығыуға бәйле гастрит ваҡытында цитрус емештәрен ҡулланыуҙы кәметәләр. Ашҡаҙан йәрәхәте һәм бөйән эсәге ауырыуҙары киҫкенләшкәндә лә уның менән һаҡ булырға кәрәк.
 
Сығанаҡ:https://sterlibashevskierodniki-b.ru/articles/auly-a-lau/2020-07-14/flisun-nim-e-men-n-fay-aly-612011
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: