Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иммунитетты көсәйтеүҙе нимәнән башларға?

Яҙ етеүен организмдың хәлһеҙлеге лә белдерә.

Иммунитетты көсәйтеүҙе нимәнән башларға?
 
Беренсенән, йәшәү рәүешен үҙгәртеү, әүҙемләштереү. Был уңайҙан тәү сиратта саф һауала үткәрелгән төрлө физик күнекмәләр күҙ уңында тотола. Улар менән регуляр рәүештә шөғөлләнергә кәрәк. Һөҙөмтәлә, күңел төшөнкөлөгөнә, стресҡа бирешеп бармаҫһығыҙ. Күберәк ыңғай кисерештәргә иғтибар йүнәлтергә, үҙегеҙҙе яҡшы уйҙарға ғына көйләргә тырышығыҙ.
 
Икенсенән, туҡланыу. Бирегәк тә А, В5, С, D, F, PP витаминдары организм өсөн файҙалы. Бөтә ҡыҙыл һәм һары төҫтәге үҫемлектәр (кишер, ҡыҙыл борос, ҡауын, помидор, ҡабаҡ) А витаминына бай. Улар организмға антигендар инеүен һаҡлау һәм яман шеш ауырыуҙарын булдырмау өсөн яуап бирә. С витаминының сығанағы барыһына ла мәғлүм: ҡара ҡарағат, гөлйемеш, цитрус, һырғанаҡ (облепиха), петрушка, кәбеҫтә, лимон. Уларҙың ярҙамы менән организмда вирустарға ҡаршы көрәшеүсе анти матдәләр барлыҡҡа килтерелә. В төркөмөнә ҡараған витаминдарҙың “ояһы” — көнбағыш, икмәк, сәтләүек, ҡарабойҙай, бәшмәк һәм сырҙа. Ә селен, цинк, магний, кальций, калий (мундирҙа бешерелгән картуф, өрөк, сәтләүек, ҡарабойҙай һәм һоло оно), тимер, йод, марганец кеүек кеше өсөн файҙалы минералдарҙы шул уҡ сәтләүек, ҡуҙаҡлылар, какао һәм әсе шоколадтан алырға була.
 
Аш-һыу рационына аҡһымдар өҫтәргә кәңәш ителә: ит, балыҡ һәм ҡуҙаҡлылар. Ит менән балыҡты көн дә, ә фасоль, борсаҡты аҙнаһына 1-2 тапҡыр ҡулланыу ҡарала. Йәшелсә-емештәрҙән: кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, гранат, йөҙөм, ҡара емеш, көрәгә, алма, ҡыҙыл виноград, керәнде йышыраҡ ашарға тырышығыҙ.
 
Һөт эсемлектәренән био-кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар ашҡаҙан-эсәк трактын “яҡшы” бактериялар менән байыта. Улар артынан организмда файҙалы бактериялар һанын арттырыуға һәләтле аҙыҡ ашарға кәңәш ителә. Шул иҫәпкә башлы һуған, һарымһаҡ, хәшәф үләне (артишок), помидор һәм банан инә.
 
Өсөнсөнән, сынығыу. Мәҫәлән, һалҡын һыуҙа йөҙөүгә туҡталып китәйек. Күптәр сынығыуҙы үтә һалҡын һыуға күнегеү тип уйлай, ысынында иһә ул иммунитетты кәметә генә. Уның һәләте организмдағы микроб, бактерияларҙы айырып алыу һәм юҡ итеүгә ҡайтып ҡала тигән инек инде. Бының өсөн ҡандағы иммунитет күҙәнәктәренең (лейкоцит һәм лимфоцит) тиҙлеге шәп булырға тейеш. Тәнде өшөтөп беҙ уларҙың тиҙлеген, киреһенсә, кәметәбеҙ, тимәк, вирус күҙәнәктәре менән көрәшеүҙе лә ауырлаштырабыҙ. Ә һалҡын организм — бактерия үрсеүе өсөн уңайлы шарт.
 
Һалҡын һыу менән ҡойоноу һәм контраст душ – юғары һәм түбән температуралы һыуҙың сиратлашыуы ла иммунитетты күтәреү өсөн кәрәкле аҙым. Әммә уны ла температураны әкренләп арттырыу һәм кәметеүгә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк. Төрлө киҫкен аҙым иммунитетҡа кире йоғонто яһауы, сиргә һабыштырыуы мөмкин. Ҡойоноуҙы аҫтан өҫкә ҡарай башлағыҙ: башта тубыҡтан, һуңынан яйлап билдән, шунан һуң ғына баштан йәки контраст душ инергә мөмкин. Душты 10-14 көн дауамында ҡабул итергә була.
Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/auly-ym-bayly-ym/2019-10-20/immunitetty-k-s-yte-e-nim-n-n-bashlar-a-247413
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: