Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн...

Бында беҙгә тәҙрә төбөндә үҫкән алоэ гөлө ярҙамға килер.

Алоэны төрлө ауырыуҙарҙан ҡулланалар. Был гөлдә күҙҙәр өсөн дә бар витаминдар бар. Халыҡ медицинаһы менән дауалаусылар алоэның күреү һәләтен яҡшыртыуын да белдерә. Бының өсөн беҙгә 100 г – алоэ, 500 г – грек сәтләүеге, 3-4 – лимон, 300 г бал кәрәк була. Лимондарҙың һутын һығып алығыҙ. Унан башҡа ингредиенттар менән ҡушып, блендерҙа әҙер масса булғансы әйләндереп алығыҙ.

Көнөнә өс мәртәбә, ашар алдынан, берәр аш ҡалағы ашайбыҙ. Өс айҙан күреү һәләте яҡшырыуын тойорһоғоҙ, ти халыҡ табиптары. Быны күҙҙәрҙең күреү һәләтен профилактикалау өсөн дә эшләргә була икән.
 
Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк!
 
Источник: https://hakmar.ru/articles/auly-ur-bayly/2022-07-08/k-r-ya-shy-k-r-en-s-n-2868069
 
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: