Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алое, бал, кагор ҡатнашмаһы - түшәктә ятҡанды ла торғоҙа!

Уны көнөнә 1 аш ҡалағы, аштан бер сәғәт алда эсергә кәңәш ителә. Ҡатнашманы һыуытҡыста тоторға кәрәк.

Тәүге биш көндә 1 сәй ҡалағы, һуңынан 1 аш ҡалаҡ ҡабул итергә, кәм тигәндә 2-3 аҙна, әммә теләгәндә тулы курс - 1,5-2 ай эсергә була.

Шуныһы мөһим, тәүге көндәрҙән үк ауырыуҙарҙа аппетит барлыҡҡа килә. Ошо уҡ ҡатнашма үпкә туберкулезын, ашҡаҙан язваһын, шулай уҡ психик тайпылыштарҙы һәм ҡандың хроник ауырыуҙарын, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын, параличты, теш һәм баш ауыртыуҙарын дауалау өсөн тәҡдим ителә.

Был ысул ашҡаҙан, бауыр, эсәк, йөрәктең хроник һәм киҫкен зарарланыуына ҡаршы көрәштә универсаль. Уны дауалау ғына түгел, ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн дә ҡулланырға кәңәш ителә.

Ҡатнашма әҙерләү өсөн
алоэ – 350 г,
бал – 600 г,
вино – 350 г. алына.

10 көн ҡаранғы урында тоторға.

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-165970721_139212

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: