Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәсең ялтырап торһон тиһәң

Өй шарттарында ла шәп маска яһарға була. Шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.

Йәш барған һайын, тире генә түгел, сәс тә «ҡартая»: нескәрә, һыныусанға әйләнә, төҫө тоноҡлана. Шунлыҡтан уны шампунь менән йыуыуҙан тыш, дымландырып, туҡландырып тороуҙы ла онотмаҫҡа кәрәк.
 
Шампунь һайлағанда, шул уҡ сериялағы бальзам йәки сәс өсөн махсус маска һатып алырға онотмағыҙ.

Сәсте тырнаҡтар менән түгел, ә бармаҡ биттәре менән йомшаҡ ҡына массаж яһап йыуырға, бальзам һәм маска һылағанда шулай уҡ баш тиреһенә массаж яһарға кәңәш ителә. Ошолайэшләгәндә, баш тиреһенең ҡан әйләнеше яҡшыра, сәс тамырҙарына файҙалы матдәләр тиҙерәк үтеп инә.
Сәстәргә сал керә башлағас, буярға ашыҡмайынса, тон бирә торған шампунь ҡулланып ҡарау яҡшыраҡ булыр, сөнки улар сәсте киптермәй һәм зарары юҡ.

Сәстәр сәләмәт булһын һәм ялтырап торһон өсөн дымландырыусы маскаларҙы өй шарттарында ла яһарға мөмкин. Сәсте туҡландыра, дымландыра, ялтырата һәм шымарта торған маска тәҡдим итәбеҙ. Сәстең оҙонлоғона ҡарап, өс аш ҡалағы тирәһе әрем, кастор, һырғанаҡ һәм зәйтүн майҙары һалынған һауытты ҡайнар һыулы һауыт өҫтөндә йылытып алып, баш тиреһенә һәм сәстәргә һыларға. Сәстәрҙе пленка менән ҡаплап, һөлгөгә төрөп 30-40 минут тоторға һәм йылымыс һыу менән йыуырға кәрәк.
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2020-01-25/s-se-gel-n-o-landyr-yn-ti-642899
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: