Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡабаҡ орлоғоноң файҙаһы

Ҡабаҡ орлоҡтары витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай.

Составында 50-нән артыҡ микро- һәм макроэлементтар бар. Унда майҙар ҙа бар, ул зәйтүн майынан бер ҙә ҡалышмай һәм йөрәк өсөн бик файҙалы. Ҡабаҡ төшө ҡандағы холестерин күләмен, инфаркт, инсульт, атеросклероз булыуын кәметә. ҡан әйләнешен яҡшырта, паразитларға ҡаршы көрәшә, ҡартайыу процесын әкренәйтә, бала көткән ханымдарға ул токсикоз ваҡытында ярҙам итә, ә спортсыларға мускул массаһын үҫтерергә булышлыҡ итә. Биттәге һытҡыларҙы ла булдырмау өсөн бик файҙалы. Битегеҙ таҙа булһын өсөн көнөнә 1-2 аш ҡалағы ҡабаҡ төшө ашарға тәҡдим ителә.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: