Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Заманса ысул менән операция яһаясаҡтар

Бындай операциялар бөтә донъя хирургтары тарафынан киң ҡулланыла.

Заманса ысул менән операция яһаясаҡтар
Заманса ысул менән операция яһаясаҡтар

Балаҡатай үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы,  яңы медицина лапароскопия стойкаһы алынды. Хәҙер ауыл халҡы йәшәгән урынына яҡын ерҙә заманса медицина ярҙамын аласаҡ.  

 Яңы ҡорамалды файҙаланып, егерменән ашыу әмәлиәт эшләнгән дә инде. Ҡорамал лапароскопик әмәлиәттәр эшләү өсөн  тейешле техника һәм инструменттар менән йыһазландырылған.

Лапароскопия – заманса һәм аҙ тишемле әмәлиәт ысулы. Эске ағзаларға бәләкәй генә тишемдәр аша инеп яһалған операциялар бөтә донъя хирургтары тарафынан киң ҡулланыла. Был ысулдың төп өҫтөнлөгө – аҙ яра ҡалдырыуы, пациенттың тиҙерәк һауығыуы, һиҙелерлек  йөйҙәр ҡалмауы.

– Һис һүҙһеҙ, яңы ҡорамалдың өҫтөнлөктәре күп. Тәнде аҙ яралауы һәм операциянан һуң һауығыу осороноң ҡыҫҡарыуы   кеүек өҫтөнлөктәрҙән тыш, ҡандың аҙ юғалтылыуын һәм хирургтың мониторҙа һүрәттәр күрһәтелеүе һөҙөмтәһендә теүәл эш итеүен дә билдәләргә кәрәк, – тине хирургия бүлексәһе мөдире Денис Байтуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-02-12/zamansa-ysul-auy-yu-y-ti-l-t-s-k-3640137

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: