-Ашҡаҙан насар эшләгәндә, бауырға май ултырғанда, күрем ваҡытында тән тартышҡанда, ҡанда шәкәр күләме күбәйгәндә, тире инфекциялары ыҙалатҡанда, баш ауыртҡанда, ҡан баҫымы юғары күтәрелгәндә, эскә газ йыйылғанда, артрит, подагра, ревматизм сирҙәре һыҙландырғанда, ҡоро йүтәлде дауаларға кәрәк булғанда лавр япрағынан сәй йәки сироп ярҙам итә.
-Сәй әҙерләү өсөн өс лавр япрағы һәм бер литр ҡайнар һыу алына. Япраҡҡа бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың өҫтөн ҡаплап, ун минут ултыртып торорға. Сәйҙе көн дауамында өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - өс аҙна. Артығын ҡулланған осраҡта ашҡаҙан елһенә, йоҡо баҫа. Ә ауырлы һәм балаимеҙгән ҡатындарға был сәйҙе бөтөнләй эсергә ярамай.
+21 °С
Болотло


