+24 °С
Ямғыр
Кардиологтар ҡарашынан был ваҡыт өсөн иң яҡшыһы:
1. Уянғас та 2 стакан һыу эсегеҙ - был бөтә эске органдарҙы "эшләтеп ебәрергә" ярҙам итәсәк.
2. Ашауға тиклем 30 минут ҡалғас, 1 стакан һыу эсеү метаболизмды тиҙләтергә һәм аш һеңдереү органдарының эшен яҡшыртырға ярҙам итәсәк.
3. Мунса йә ванна инер алдынан 1 стакан һыу - был һеҙгә ҡәнәғәтлек алырға һәм ҡан баҫымын кәметергә ярҙам итәсәк.
4. Йоҡо алдынан 1 стакан һыу йоҡларға ғына түгел, йөрәккә төшкән ауырлыҡты ла кәметә. Көн һайын ошондай тәртипте ғәҙәт итеп алһаҡ, йөрәк өйәнәге хәүефе 95% кәмейәсәк.
Әйткәндәй, бындай ғәҙәттең тағы ла бер ыңғай яғы — төнөн аяҡтарҙа көҙән йыйыуға (судороги) юл ҡуймау мөмкинлеге.
Сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.