Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыл сөгөлдөр дарыуҙарҙан да кәм дауаламай!

1,5 килограмм таҙартылған сөгөлдөрҙө 4-5 өлөшкә киҫеп, 2 литр ҡайнаған һыу ҡойорға.

Ҡыҙыл сөгөлдөр дарыуҙарҙан да кәм дауаламай!
Ҡыҙыл сөгөлдөр дарыуҙарҙан да кәм дауаламай!

Уртаса утта 1 сәғәт бешерергә. Бер сәғәттән һуң 1 аш ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм 1 аш ҡалаҡ алма уксусын өҫтәргә. Һыуытҡыста һаҡларға.
Ашар алдынан көнөнә 3-4 тапҡыр 30-40 мл сөгөлдөр төнәтмәһен эсергә һәм 1-2 киҫәк сөгөлдөр ашарға. Был рецепт
– ҡан сифатын яҡшырта;
– организмды таҙарта, бәүел ҡыуыу эффектына эйә, бауырҙы таҙарта;
– яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай;
– көсһөҙлөктө дауалай;
– организмдың сыҙамлылығын арттыра, организм туҡымаларының кислородты үҙләштереүен көсәйтә;
– бөтә йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаларының эшен яҡшырта;
– юғары ҡан баҫымын (давление) кәметә;
– ҡан тамырҙары атеросклерозы, йөрәк ауырыуҙары, 2-се типтағы диабет, остеопороз барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә;
– климакс күренештәрен кәметә;
– "һалҡын аяҡ" синдромы юҡҡа сыға;
– артерияларҙы, капиллярҙарҙы, быуындарҙы һәм һөйәктәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә;
– организм хәлһеҙләнһә, көстәр кәмеһә ярҙамы бик мул;
– һимереүгә (бигерәк тә бауыр һимереүенә) ҡамасаулай.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: