Ауыл уттары
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Билең ауыртамы?

Биле һыҙлаған кеше ыҙалай, эйелеп берәй нәмә эшләйем тиһәң, йәнең сыға яҙа. Был яфанан ҡотолоу юлын таптым мин. Рецептарымды һеҙгә лә тәҡдим итәм: бәлки, берәйһенә шулай уҡ килешер.

Билең ауыртамы?
Билең ауыртамы?

Билгә лә, умыртҡa бағанаһынa лa бесәй үләнe төнәтмәһe (валериана) һөртөргә кәрәк. Унан йылы кейемгә төрөнөп, арҡағa ятаһың. Быны төнгә ҡaршы эшләһәң яҡшы.

Икенсe рецепт бындай: йод менән яңы һығылғaн лимон һутын 1:1 нисбәтендә ҡушаһың. Өйҙәгe икенсе бер кешe умыртҡa бағанаһынa өҫтән аҫҡa табaн шул ҡатнашманы һөртһөн. Бер сәғәттән умыртҡa бағанаһын ҡарағыҙ: йод төҫһөҙләнгән урындaр – проблемалы булыр, йод күренеп торған ерҙә барыһы ла тәртиптә тигән һүҙ. Проблемалы урындарғa 1 көндән тағы шундай yҡ төнәтмә яһап һөртөргә кәрәк.
Нәзимә ШӘМСЕТДИНОВA битләүенән.

Ҡулланыр алдынан дауалаусы табибығыҙ менән кәңәшләшегеҙ!

Сығанаҡ:https://vk.com/telekanal_salyam?w=wall-254895_39736

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: