Ауыл уттары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Был маска ботоксты алыштыра ала

Йыйырсыҡтарға ҡаршы – крахмал.

Был маска ботоксты алыштыра ала
Был маска ботоксты алыштыра ала

Картуф йә кукуруз крахмалынан эшләнгән маскалар йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итер.

Матурлыҡ өсөн яһалған уколдарҙан айырмалы булараҡ крахмалдың тирегә бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.

Бер нисә еңел генә рецепт:

1 ҡалаҡ крахмалды йылы һыуҙа ебетергә, шуға туҡылған бер йомортҡа ағы һәм бер нисә тамсы лимон согы ҡушырға.

1 сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 аш ҡалағы крахмалды йылы һөттә бутҡа хәленә еткәнсе туҡырға, 1 сәй ҡалағы бал өҫтәргә.

Бер ҡалаҡ крахмалды шул уҡ күләмдә кефирҙа болғатырға, бер йомортҡа ағы ҡушырға.
Был маска йыйырсыҡтарҙы ғына бөтөрмәй, ә тағын биттең тонусын да күтәрә .

Берәр ҡалаҡ крахмал һәм иҙелгән бананға өй ҡаймағы өҫтәргә.

Маскалар таҙа биткә генә эшләнә һәм 30 - 40 минут тотарға кәңәш ителә. Бындай маскаларҙы аҙнаһына 3 - 4 тапҡыр эшләргә кәрәк.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: