Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙер төнө ҡасан көтөлә?

Билдәле булыуынса, әле Рамаҙандың һуңғы 10 көнө бара. Улар айырыуса әһәмиәтле: ошо аралағы таҡ һанлы кистәрҙең береһендә (йәғни 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө көтөлә.

Ҡәҙер төнө ҡасан көтөлә?
Ҡәҙер төнө ҡасан көтөлә?

Ҡайһыһындыр айырып күрһәтеү хаҡ түгел. Ни өсөн тигәндә, Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге айҙың һуңғы 10 төнөн тотошлай ғибәҙәттә үткәрер булған.

“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға “Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарымды ла кисерһәңсе” тигән доғаны уҡырға әйткән.

Ҡәҙер кисендә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Улар алдағы йылда ниҙәр көтөлөүе хаҡында мәғлүмәт ала. Ошондай мөһим төндөң ҡәҙерен белергә, намаҙ уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡа таратырға тырышайыҡ. Изге кисте ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыласаҡ.



Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: