Ауыл уттары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

10 минутта әҙер була торған пицца.

Был пиццаны "Ялҡау" пицца тип тә йөрөтәләр, ҡамыр баҫып тораһы түгел.  

10 минутта әҙер була торған пицца.
10 минутта әҙер була торған пицца.

Ҡамыр өсөн:

3 йомортҡа,

5 аш ҡалағы майонез,

5 аш ҡалағы он,

тәменсә тоҙ.

 

Эслек өсөн:

ит йәки колбаса,

сыр,

помидор,

тоҙло ҡыяр,

һуған,

һарымһаҡ,

кетчуп.

 

Шыйыҡ ҡамыр әҙерләү өсөн йомортҡа, майонез, он һәм тоҙ һалып, яҡшылап болғатабыҙ массаны табаға һалабыҙ. Кетчупты тамсылап ҡына ҡамыр өҫтөнә һалып сығабыҙ.

Йәшелсәләрҙе итте (колбасаны) турап, ҡамыр өҫтөнә теҙеп сығабыҙ.

Өҫтөнә күп итеп, сыр һибәбеҙ.

"Ялҡау" пиццалы табаны газ өҫтөнә ултыртып, ҡапҡасын ябабыҙ ҙа, 10 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙерлеген ағас таяҡса тығып тикшерәбеҙ.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: