Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайын һутын йыйыу мәл етте

Файҙалы эсемлекте йәйгә тиклем һаҡлап ҡалыу һәм эҫелә ҡулланыу өсөн бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡайын һутын йыйыу мәл етте
Ҡайын һутын йыйыу мәл етте

Иң тәүҙә 3 литрлыҡ банкаларҙы стерилләйбеҙ.

Һәр банкаға 5-6 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 өлөш апельсин һәм лимон һәм бөрөлө ҡайын ботағы (10 см) һалып әҙерләргә.

Һутты эҫертергә (ҡайнатырға ярамай), уттан алып банкаларға ҡойоп сығырға һәм тимер япҡыстар менән нығытып ҡуйырға. Тулыһынса һыуынғансы йылы юрғанға урап тоторға.

Йәйге эҫелә һыуһындарҙы ҡандырырлыҡ һут әҙер!

Ҡайын һутын алғанда, ҡайындарға зыян килтермәгеҙ!

 Был ҡиммәтле тәбиғи продуктта шәкәр, органик кислоталар, шулай уҡ калий, магний, С һәм В витаминдары, минераль матдәләр барикәнен дә онотмайбыҙ.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: