Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һоло бауырҙы таҙарта

Һоло бауырҙы, ҡан тамырҙарын һәм үт юлдарын таҙартырға ярҙам итә.

Һоло бауырҙы таҙарта
Һоло бауырҙы таҙарта

Бер аш ҡалағы таҙартылмаған һолоны ярты литр таҙа һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Ҡан баҫымы юғары булғандарға бер аш ҡалағы арпа ярмаһы ла өҫтәргә була. Иртән шул уҡ һыуҙа ҡапҡас япмай ғына ике минут көслө утта ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ утты һүрелтеп, өҫтөн ҡаплап, 5 минут һүрән утта тотабыҙ. Өҫтөнә таҫтамал ябып ун минут төнәткәс, һөҙөп, ашар алдынан көн дауамында эсәбеҙ.

Икенсе рецепт: бер стакан һолоға бер литр һыу ҡойоп, термоста төнәтәбеҙ. Һөҙөп алып, ас ҡарынға эсәбеҙ. Дауаланыу курсы – ун көн.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Сығанаҡ:https://vk.com/salamtlek

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: