Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Талпандан нисек һаҡланырға?

Әле талпандарҙың иң ҡоторған мәле. Шунлыҡтан тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡланыу сараһын күрергә онотмағыҙ. 

Талпандан нисек һаҡланырға?
Талпандан нисек һаҡланырға?

Талпандан һаҡланыу өсөн, иң беренсе сиратта, тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейергә ҡушыла.  Башта мотлаҡ баш кейеме булырға тейеш. Шулай уҡ күптәр, талпан ағастан ғына һикерә,  тип уйлап яңылыша, улар  үләндә лә күп була һәм аяҡтан өҫкә үрмәлеүе мөмкин. Шуға күрә аяҡҡа резина итек, салбарҙар ойоҡҡа ҡыҫтырып кейелгән булырға тейеш.  Һәр   сәғәт һайын тәнде тикшереп торорға, йә булмаһа урмандан ҡайтҡас өҫ-башығыҙҙы яҡшылап ҡарап сығырға онотмағыҙ.    Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, талпан  тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә ул кейемгә йәбешә һәм ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп өҫкә үрмәләй. Шуға күрә өйгә ҡайтҡас, өҫ-башығыҙҙы ҡаҡҡылап алыу кәрәк. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда талпандан һаҡлаусы кремдар,  спрейҙарҙы ҡулланыу файҙалы.

Ә инде талпан  ҡаҙалһа,  уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрергә кәрәк. Әлбиттә, бик һаҡ эш итеү талап ителә – ул өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел. Башта талпан ҡаҙалған урынға май, вазелин, бензин йәки кәрәсин һөртөгөҙ – бөжәк тонсоға башлай һәм үҙенән-үҙе килеп сыға. Уны алғас, урынына йод, одекалон, спирт һөртөргә онотмағыҙ.  Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.    Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ. 

Зарарланған осраҡта кешегә  йәшәү урыны буйынса травпунктта иммуноглобулин менән ашығыс профилактика үткәрелә. Уны үткәреү ваҡыты – өс көн. Әгәр ҙә бөжәкте  тикшертеп булмаһа, ауырыуҙы күҙәтеү  өсөн  талпанға ҡаршы иммуноглобулинды дарыуханаларҙа ла һатып алырға була.

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзитенән.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: